-4 °С
Пӗлӗтлӗ
Пандемияға ҡаршы көрәш яңылығы тураһында "Башинформ" яҙа:
25 июнгә тиклем республикала дәүләт хеҙмәткәрҙәренең – 30%, ә 2 июлгә хеҙмәткәрҙәрҙең 60% прививка яһатырға тейеш. Был хаҡта Радий Хәбиров 21 июндә Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә белдерҙе. «Был — минең шәхси талабым, — тине республика етәксеһе. — Хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, Хөкүмәт ағазалары, министрҙар, иртәнән кискә тиклем халыҡты вакцина яһатырға өндәгәндәр үҙҙәре прививка эшләтмәй. Мин быны бөтөнләй аңламайым. Тимәк, беҙҙә кадрҙар эше тейешле кимәлдә ҡуйылмаған, тимәк, һеҙ дәүләт хеҙмәте эшенең йөкмәткеһен аңлап етмәгән кешеләрҙе алаһығыҙ».